Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Андреевич

Просмотров: 1390

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Андреевич (25.7.1994, Төмән ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). А.Л.Василевскийҙың улы. Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (2018). Салауат Юлаев СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Н.Лопатин, Р.М.Сөләймәнов). 2012 й. алып Салауат Юлаев хоккей клубы өсөн сығыш яһай, 2014 й. башлап Милли хоккей лигаһында уйнай (Канада). Донъя чемпионы (2014), Стенли кубогын яулаусы (Канада, 2021—22), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2014), донъя чемпионаттарының бронза призёры (2017, 2019). Йәштәр араһында донъя чемпионаттарының көмөш (2012) һәм бронза (2013—14) призёры, үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегенең бронза призёры (2011). Почёт (2014), Салауат Юлаев (2022) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 18.01.2023
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023