“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.
1435
“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сентябрендә Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” һәм “Тормош” гәзите типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы, хәрби һәм халыҡ‑ара темаларға мәҡәләләр баҫыла. Сентябрҙә “Ирек” һәм “Һалдат теләге” гәзите менән берләшә һәм “Беҙҙең юл” исеме менән сыға башлай.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: