“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, гәзит
1418
“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 октябренән алып 1928 й. 1 февраленә тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.” йәштәрҙең республиканың ижтимағи‑сәйәси тормошонда ҡатнашыуы хаҡында мәҡәләләр һ.б. материалдар, художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ғ.А.Ҡушаев (1925), Ғ.Амантай (1925), Р.Х.Мағазов (1927 й. алып), Ҡ.Х.Әбделмәнов (1928 й. алып), Д.Юлтый (1929 й. алып).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: