БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит
“БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 4 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 6,5 мең дана (2015). 1917 й. июненән Ырымбур ҡ. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме аҫтында нәшер ителә, июлдән — “Башҡорт”, 1918 й. — “Башҡортостан хөкүмәтенең теле”. 1919 й. башлап “Башҡурдистан” гәз. м‑н берләшкәндән һуң “Башҡортостан хәбәрҙәре”, 1921 й. февр.‑мартында — “Ҡыҙыл ҡурай” исеме м‑н сыға. 1922 й. сент. алып гәзит Өфөлә “Б.” исеме аҫтында башҡорт һәм татар (1924 й. авг. тиклем) телдәрендә нәшер ителә; 1937 й. — “Ҡыҙыл Башҡортостан”; 1951 й. мартынан — “Совет Башҡортостаны”; 1990 й. окт. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. “Б.” биттәрендә респ. һәм башҡорт халҡының тарихи, ижт.-сәйәси, соц.-иҡт. һәм рухи үҫеше этаптары; әҙәбиәт, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт һ.б. өлкәләрҙәге ҡаҙаныштар; респ. халыҡтарының ижт. тормоштоң төрлө өлкәләрендә ҡатнашыуы һ.б. сағылыш таба. Гәзиттә милли һәм дәүләт ҡоролошо, милләт-ара мөнәсәбәт мәсьәләләре күтәрелә; халыҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ идеялары пропагандалана һ.б. Рубрикалары: “Рәсми хәбәрҙәр”, “Сәйәсәт”, “Иҡтисад”, “Социаль мәсьәлә”, “Ауыл тормошо”, “Мәғариф”, “Фән һәм тормош”, “Әҙәби байҡау” һ.б. Айына 1 тапҡыр башҡорт телендә “Аҡмулла”, “Тубырсыҡ”, “Тәгәрмәс”, “Шифахана” ҡушымталары сыға. Гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1968). Баш мөхәррирҙәре: Б.Ә.Шәфиев (1918), Ғ.Р.Фәхретдинов (1919 й. авг. алып), Х.Й.Йомағолов (1919), З.Шәрҡи (1919 й. алып), Д.Юлтый (1921 й. алып), К.А.Иҙелғужин (1924 й. алып), Т.Йәнәби (1926 й. алып), Ҡ.Ҡ.Аҙнабаев (1937 й. алып), Ғ.В.Ғөзәйеров (1938 й. алып), Ғ.К.Зөлҡәрнәев (1940 й. алып), Ғ.Ғ.Ғафаров (1945 й. алып), Ғ.Й.Рамаҙанов (1955 й. алып), В.В.Нафиҡов (1958 й. алып), А.Ғ.Исмәғилев (1966 й. алып), М.Ә.Әйүпов (1986 й. алып), Т.Н.Сәғитов (1990 й. алып), Ғ.А.Хисамов (1998 й. алып), Р.М.Кинйәбаев (1999 й. алып), Н.Б.Сәлимов (2011 й. алып), А.Р.Юлдашбаев (2015 й. алып), В.Ғ.Исхаҡов (2018 й. алып).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина