ФЕНЧЕНКО Николай Григорьевич
ФЕНЧЕНКО Николай Григорьевич (5.11.1939, Украина ССР‑ы Енковцы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1992). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2006), БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1990), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1988). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы, 1973 й. алып а.х. малдарын үрсетеү каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1976 й. — мөдире. 1999 й. башлап БНИИСХ‑ның бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге зоотехния, селекция, генетика проблемаларына, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын арттырыуға, йәш мал үҫтереүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында һыйыр малының тән төҙөлөшө тибын прогнозлау ысулы, ит һәм һөтсөлөк һыйырсылығында тоҡом‑ара ҡасырыуҙы ойоштороу һәм Урта Урал шарттарында симменталь һыйыр малының тоҡом эсендәге типтарын булдырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 520‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Молочный скот Урала и методы его совершенствования. Уфа, 2004 (авторҙ.); Разведение животных: учебник для ВУЗов. СПб [и др.], 2014 (авторҙ.); Биологические и генетические закономерности индивидуального роста и развития животных: учеб. пособие. СПб [и др.], 2016 (авторҙ.).
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев