Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович

Просмотров: 1605

ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович (1857, Витебск губ. — 1917, башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1910), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1901). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч-щеһын тамамлаған (С.-Петербург, 1878). Юстиция министрлығында һәм Сенаттың 3-сө департаментында, 1879 й. алып Финанс министрлығында хеҙмәт итә. 1883 й. башлап Полоцк дворяндарының өйәҙ етәксеһе һәм Витебск губ. крәҫтиән эштәре б-са өйәҙ присутствиеһы рәйесе, 1892 й. — Таврия губерна присутствиеһының даими ағзаһы, 1897 й. — Иркутск, 1901 й. — Пермь, 1904 й. алып Смоленск вице-губернаторы. 1905 й. июнь—дек. Өфө губернаторы. Революция (1905—07) осоронда Өфө т. юлы оҫтаханаларының (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) баш күтәргән эшселәре алдында сығыш яһай, һуңыраҡ унда ғәскәр индерә; тәфтиш аҫтында булмаған сәйәси тотҡондарҙы азат итә, А.И.Свидерский һәм рев-ция хәрәкәтенең башҡа эшмәкәрҙәре м-н һөйләшеүҙәр алып бара, демонстрацияларҙа ҡатнаша һ.б. 1-се дәрәжә Изге Владимир орд. м-н бүләкләнгән (1901).

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019