ИҠТИСАДИ ӘҮҘЕМ ХАЛЫҠ
1400
ИҠТИСАДИ ӘҮҘЕМ ХАЛЫҠ, халыҡтың килем килтерә торған ижт.‑файҙалы эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән өлөшө. Производствоға эшкә яраҡлы халыҡты йәлеп итеү кимәленең күрһәткесе булып тора, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы м‑н бәйле. Мәшғүл (ҡара: Халыҡтың мәшғүллеге) һәм эшһеҙ (ҡара: Эшһеҙлек) халыҡты үҙ эсенә ала. БР‑ҙа халыҡтың дөйөм һанына ҡарата И.ә.х. кимәле 2010 й. — 65,8%, 2012 й. — 66,7% тәшҡил иткән, ш. иҫ халыҡтың 59,9%‑ы һәм 62,7%‑ы эш м‑н тәьмин ителгән.
Р.Ә.Ғәлин
Тәрж. З.Б.Латипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: