ЭМС ЯРУСЫ
ЭМС ЯРУСЫ, аҫҡы девон бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Прага ярусында ята, эйфель ярусы м‑н ҡаплана. К.Дорлодо тарафынан Эмс ерендә (Германия) айырып күрһәтелә (1900). Стратотибы вулкан тоҡомдары ҡатыш ҡомташтарҙан, кварциттарҙан, һәүерташтарҙан тора; ҡалынлығы 2000 м. БР терр‑яһында Э.я. ултырмалары Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә күбеһенсә ырғыҙлы, вязовка, койвен горизонттарының эзбизташтарынан, көнсығыш битләүендә мазов свитаһының эзбизташтарынан һәм саҡматаштарынан, баймаҡ‑бүребай свитаһына айырылған вулканиттарҙан (базальттарҙан, тефроидтар, кремний һәүерташтары, йәшмәләр ҡатыш риолиттарҙан) ғибәрәт.
Әҙәб.: Эйфель ярусы мәҡ. ҡарағыҙ. В.А.Маслов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов