ЯКОВЛЕВ Михаил Егорович
ЯКОВЛЕВ Михаил Егорович (25.3. 1952, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Листовка а.), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). А.Г.Яковлевтың ағаһы. “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (грек‑рим көрәше б‑са тренерҙары А.С.Ложкин, В.Р.Лоскутов). 1992— 2004 йй. “Луч” күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.А.Пегов, С.А.Тарасов). Паралимпия уйындарының бронза призёры (1992). Дзюдо б‑са Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (1991, 2001), РСФСР (1987—91) һәм Рәсәй (1992—2003) чемп., Бөтә донъя инвалидтар уйындарының (1990), донъя чемпионатының (1995), Европа кубогының (1995, 1997) көмөш призёры, Европа чемпионаттарының көмөш (1991) һәм бронза (1995) призёры; күреү б‑са спортсы‑инвалидтар араһындағы грек‑рим көрәшендә 3 тапҡыр СССР чемп. һәм 17 тапҡыр РСФСР чемпионы. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996, 2000). СССР (1990—91), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2004) йыйылма командалары ағзаһы.
Тәрж. Г.А.Миһранова