ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы
ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы (15.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Байыш а. — 30.10.2019, Өфө ҡ.), йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1957—59 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитетының хор солисы, 1961 й. алып Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыта, 1963—94 йй. Башҡ. филармонияһының солист-вокалисы. Оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Үҙенсәлекле, бай һәм йомшаҡ тауышлы йырсы була. Башҡарыу манераһы йыр асылын тәрән аңлау, уны нескә тойомлау, сағыу образлылыҡ менән айырылып тора. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары “Абдрахман кантон”, “Ерән ҡашҡа”, “Ильяс”, “Сәлимәкәй”, “Сибай”, “Уйыл”, “Шәүрә”, “Элмәлек”, “Юлғотло”; М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Ш.З.Ҡолбарисов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары. СССР буйлап гастролдәрҙә була.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова