ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР
ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР. Эксплуатация үҙсәнлектәрен 250—300°С тиклем һаҡлайҙар. Юғары т‑раға (юғары т‑рала деструкцияға тотороҡло), йылылыҡҡа (механик йөкләнешкә деформацияһыҙ) сыҙамлылыҡ хас, улар полимер тибына, уларҙағы химик бәйләнештәрҙең ныҡлығына, кристаллик структураның дефекттарына, ҡушылмалар булыуына, мөхит тибына һ.б. бәйле. Юғары т‑раға сыҙамлылыҡты арттырыу өсөн стабилизаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү) ҡушыла һәм атмосферанан актив газдар алына, түбәнәйтеү өсөн (мәҫ., полимер ҡалдыҡтарының пиролизы ваҡытында) составында металл булған катализаторҙар ҡулланыла; йылылыҡҡа сыҙамлылыҡты арттырыу өсөн тултырғыстар, түбәнәйтеү өсөн пластификаторҙар индерелә. Ю.т.с.п. күпселек полиарилаттар, ароматик полиамидтар, ‑имидтар, ‑бензимидазолдар, ‑бензоксазолдар, ‑(ароилен‑бис‑бензимидазолдар), гетеросылбырлы һәм ‑циклик ароматик (полигетероарилендар), ҡайһы бер карбосылбырлы (фторопластар, полифенилендар, ‑n‑ксилилендар) һәм элементорганикполимерҙар, ш. уҡ йылытҡанда икенсел полимер структураларҙы барлыҡҡа килтергән (карборан фрагменттары булған Ю.т.с.п.) эҫе т‑раға сыҙамлылығы сағыштырмаса юғары булмаған полимерҙар инә. Йылыға тотороҡло мономерҙарҙан, йылыға тотороҡло булмаған полимерҙарҙан (мәҫ., һыҙыҡлы полимерҙарҙы молекула эсендә цикллау йәки бергә ҡорау) түбән т‑ралы поликонденсация, ‑циклоконденсация, ‑циклотримеризация һ.б. ярҙамында алына. Һуңғы стадияһы (мәҫ., иремәүсән, эремәүсән Ю.т.с.п. алғанда) туранан‑тура Ю.т.с.п. материалдарында йәки изделиеларында үткәрелә, улар нигеҙендәге композицион материалдар машиналар эшләүҙә, электроникала, электротехникала полимер плёнкалар, пластик массалар, лак һәм лак‑буяу материалдары, химик сүстик” ААЙ тәр, полимерелемдәр һ.б. рәүешендә ҡулланыла. Башҡортостанда “Каустерефталоилхлорид; “МЭТХИМТЭКС” ААЙ (Благовещен ҡ.) юғары т‑раға сыҙамлы полиэтилендан торбалар сығара.
Н.Г.Гилёва
Тәрж.Э.М.Юлбарисов