СТАН, Рәсәйҙә бер нисә улустан торған полиция‑терр. берекмә
СТАН, Рәсәйҙә бер нисә улустан торған полиция‑терр. берекмә. Хөкүмәттең 1837 й. 3 июнендәге “Земство полицияһы тураһында положение” һына ярашлы ойошторола. С. составына үҙенең полиция органдары булмаған торама пункттар ингән. С. башында стан приставы (урындағы дворяндар йыйылышы тарафынан һайланған кандидаттар араһынан губернатор тәғәйенләгән) торған, уның штаб‑квартираһы С. үҙәге иҫәпләнгән. Өйәҙ исправнигына, земство судына, 1862 й. алып өйәҙ полиция идаралығына буйһонған. Пристав С. терр‑яһында хөкүмәт һәм урындағы адм. органдары ҡарарҙарын иғлан иткән, хужалыҡ торошо, халыҡ иҫәбе т‑да белешмәләр әҙерләгән, енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыҡлау м‑н шөғөлләнгән, сәйәси һөргөндәгеләрҙе, тентеү, ҡулға алыуҙарҙы һ.б. күҙәткән. 1878 й. полиция уряднигы (пристав ярҙамсыһы) вазифаһы булдырыла, уға хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, десятскийҙар һәм сотскийҙарҙы (полиция идаралығында иң түбән вазифалар), шарап м‑н сауҙа итеүҙе контролдә тотоу бурысы һ.б. йөкмәтелә. 19 б. аҙ. Ырымбур губернаһында 21 С. (Верхнеурал өйәҙендә — 4, Орск өйәҙендә — 3, Силәбе өйәҙендә — 6, Троицк өйәҙендә — 3, Ырымбур өйәҙендә — 5) һәм 88 урядник (Верхнеурал өйәҙендә — 12, Орск өйәҙендә — 17, Силәбе өйәҙендә — 24, Троицк өйәҙендә — 17, Ырымбур өйәҙендә — 18); ошоға ярашлы Өфө губернаһында — 34 С. (Бөрө өйәҙендә — 7, Бәләбәй өйәҙендә — 6, Златоуст өйәҙендә — 4, Минзәлә өйәҙендә — 6, Өфө өйәҙендә — 6, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 5) һәм 140 урядник (Бөрө өйәҙендә — 28, Бәләбәй өйәҙендә — 26, Златоуст өйәҙендә — 18, Минзәлә өйәҙендә — 23, Өфө өйәҙендә — 22, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 23) иҫәпләнә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән ябай крәҫтиәндәр урядниктар ҡарамағында була. Ырымбур казак ғәскәре терр‑яһында полиция бурыстарын өйәҙ исправниктарына буйһонған станица һәм ҡасаба атамандары атҡарған. 1917 й. мартында С. бөтөрөлә.
Р.И.Ҡантимерова
Тәрж. М.Х.Хужин