Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘРЕСЛЕКТӘР

Просмотров: 1985

ДӘРЕСЛЕКТӘР, билдәле бер өлкәлә белем нигеҙҙәрен аңлатҡан китаптар; уҡыу әҙәбиәтенең төп төрө. Йөкмәткеләре нигеҙ һәм төбәк уҡыу программалары м-н билдәләнә; дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлә. Д. уҡыу йорто тибына һәм уҡыусыларҙың белем алыу баҫҡысына тап килергә тейеш. Мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн Д. була; теоретик нигеҙ һәм методика үҫеше барышында аудиодәреслектәр, электрон Д. һ.б. сығарыла. Рәсәйҙә тәүге Д. итеп изге һәм дини китаптар ҡулланыла; 1574 й. Львов ҡ. И.Фёдоров нәшер иткән әлифба тәүге урыҫ баҫма Д. була. Революциянан (1917) һуң яңы уҡыу программалары һәм Д. төҙөлә. 20—30-сы йй. “һибелмә” Д., журнал Д. һәм гәзит Д. таралыу ала.

Башҡортостанда иҫке ысуллы мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә уҡытыу — “Иман шарты” (“Дини инаныу шарттары”, 17—18 бб.) б‑са, ә яңы ысул мәктәптәрендә ижекле ысулға (ҡара: Йәдитселек, Ҡәҙимселек) ярашлы төҙөлгән Д. б‑са алып барыла. Башҡа милләттәр өсөн мәктәптәрҙә урыҫ булмаған халыҡтарҙың туған телендә (кириллица нигеҙендә) нәшер ителгән уҡыу әҙәбиәте ҡулланыла. Тәүге “Башҡорттар өсөн әлифба” (ҡара: Әлифба) 1892 й. авторы күрһәтелмәй (В.В.Катаринский тип фараз ителә) баҫыла. 1922 й. алып Д. нәшер итеү “Башкнига” китап нәшер итеү һәм сауҙа пай ширҡәте (ҡара: “Китап”) ҡарамағында була. Академүҙәк етәкселегендә вуз, техникум һәм милли мәктәптәр өсөн Д., уҡыу әсбаптары төҙөлә һәм баҫыла (20-се йй. уртаһына 1‑се һәм 2-се баҫҡыс мәктәптәре өсөн бөтә дисциплиналар б‑са ла башҡорт телендә Д. сығарыла). 1926 й. Д. һәм методик әҙәбиәт м‑н башҡорт мәктәптәре — 64%, татар мәктәптәре —61%, мордва —70%, удмурт —68%, урыҫ мәктәптәре 94% тәьмин ителә. ВКП(б) ҮК-ның “Башланғыс һәм урта мәктәп өсөн дәреслектәр тураһында”ғы ҡарарына (1933) ярашлы, бөтә предметтар б‑са ла башҡорт телендәге Д. (54 атама) сығарыла; респ. райондарына башҡорт телендә — 268,3 мең дананан ашыу, татар телендә — 285,9, урыҫ телендә — 443,4, башҡа телдәрҙә 87,5 мең дана Д. ебәрелә. 1944—54 йй. —383 (тиражы 2,9 млн дана), 1964 й. 56 төр (415,5 мең дана) Д. нәшер ителә. 1956 й. алып башҡорт мәктәптәре өсөн Д. Башгосиздаттың мөхәрририәт советында рецензиялана һәм улар б‑са фекер алышыу үткәрелә. 1957 й. РСФСР Педагогик фәндәр акад. Милли мәктәптәр ҒТИ-ның Башҡ‑н филиалы асыла (ҡара: Мәғарифта милли мәсьәләләр институты), ул милли мәктәптәр өсөн Д. төҙөй һәм әҙерләй. 60—70‑се йй. туған тел һәм әҙәбиәт б‑са уҡыу программалары һәм Д. камиллаштырыуға, уларҙың күсәгилешле һәм ҡулланма йүнәлешле булыуына төп иғтибар бүленә. 70—80-се йй. уҡытыу-методик комплекс төҙөү төп бурыс булып тора (80‑се йй. башында һәр класс һәм уҡыу предметы б‑са эшләнә). БР-ҙа Д. нәшер итеү РФ ҡануниәте, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” (2013), “Белем биреү учреждениелары өсөн дәреслектәрҙең республика комплекты тураһында” (1996) БР закондары һ.б. менән көйләнә. Д. авторҙары — Ә.М.Аҙнабаев, И.Ғ.Аҡманов, Ш.Х.Ганцев, Р.М.Ғайсина, Б.Б.Ғафаров, М.Ғ.Ғималова, Р.Ғ.Дәүләтбаева, С.Х.Зайлалова, К.З.Закирйәнов, Р.Ғ.Ишемова, Ж.Ғ.Кейекбаев, М.М.Ҡолшәрипов, Ғ.С.Ҡунафин, В.Ш.Псәнчин, Ф.М.Раянов, Ә.З.Рәхимов, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, М.Ғ.Усманова, Ә.М.Әхмәрова һ.б. Федераль исемлеккә Ф.Ф.Аҙнабаева, Б.М.Миркин, В.П.Сухов, Л.Ғ.Сәйәхова, З.Ғ.Сәхипова, С.Т.Һатыбалдина, Р.В.Әлмөхәмәтов Д. ингән.

Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023