Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨПӘЕВТӘР

Просмотров: 1376

ТӨПӘЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Миндәй Төпәев. 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1776 й.) дворян дәрәжәһе бирелә. Уның иң билдәле улдары: Ардыуан Миндәй улы Т. (1757—?), йорт старшинаһы; Иғдисам Миндәйулы Т. (1770—1793), подпоручик; Арҙашир Миндәйулы Т., подпоручик; Шәһәбетдин Миндәйулы Т. (1778—?), поход старшинаһы; Шәһәдзин Миндәйулы Т., прапорщик. Ардыуан Миндәй улы Т. улы — Исмәғил Ардыуанулы Т. (1791—?), сотник (1853), 3‑сө, һуңыраҡ 15‑се мишәр, 1856 й. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы. Арҙашир Миндәй улы Т. улы — Шәңгәрәй (Шаһингәрәй) Арҙаширулы Т., прапорщик. Шулай уҡ Яҡуп Шәһәбетдин улы Т. билдәле, зауряд-хорунжий, 1858 й. 15‑се кантон башлығы. Т. нәҫеле 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһы дворяндарының нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019