Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СӘЛИМӘКӘЙ”, башҡ. халыҡ йыры

Просмотров: 1816

“СӘЛИМӘКӘЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың легендаһын тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. М.А.Буранғолов, шиғри тексын 1934 й. С.Ғәбәши А.Кәримовтан яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Варианттарын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Ф.А.Нәҙершина, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик характерҙағы йыр. Йырҙың авторы Буранбай сәсән, тип фараз ителә, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай. Легендаларҙың береһе б‑са, Сәйет тархандың ҡыҙы Сәлимә иҫ киткес һылыу була һәм бик матур йырлай. Губернатор Сәлимәгә ғашиҡ була һәм ҡыҙын уға кейәүгә бирергә теләмәгән Сәйет тарханды үлтерергә уйлай, бының өсөн ҡыҙҙың олатаһын – Ҡайыпҡол тарханды ҡоторта. Был турала белеп ҡалғас, Сәлимә ауырып китә. Уны һауыҡтырыу өсөн Ҡайыпҡол тархан танылған йырсы һәм ҡурайсы Йәркәйҙе (Буранбай сәсән) саҡыртып ала, уның йырҙарын тыңлап, Сәлимә һауыға. Йәштәр бер‑береһенә ғашиҡ булып ҡасып китә. Икенсе версия б‑са, Сәлимә ярлы ғына ғаиләнән була, Һаҡмар й. буйында урынлашҡан бер ауылда йәшәй. Ҡыҙға ошо уҡ ауылдың ҡурайсыһы ғашиҡ була һәм үҙенең көйҙәрен һөйгәненә арнай. Мул ҡалымға ҡыҙығып, атаһы Сәлимәне бер байҙың тиле улына кейәүгә бирә. Ҡыҙ һөйгәне м‑н ҡасырға тәүәккәлләй, тик уларҙы ҡыуып етеп, ҡаты туҡмайҙар һәм, бәйләп, ауылға алып ҡайталар. Сәлимә аҡылдан яҙып, Ирәндек тауындағы Ҡараташ ҡаяһынан түбәнгә ташлана һәм һәләк була. “С.” көйөнә терәк тауыштан кварта, квинта һәм септима кимәленә етеүсе ижек көйләнешенең киң булыуы хас. Тауыштар рәте – мажор гексахорд. Башҡарыусылар араһында Я.Ф.Аҡмырҙин, Ф.Х.Бикбулатов, Р.Ғ.Бүләкәнов, Х.Л.Ғәлимов, К.М.Дияров, Й.М.Иҫәнбаев, М.А.Ҡаҙаҡбаев, З.Ғ.Мәхмүтов, Ғ.М.Әбделмәнов. “С.” З.Ғ.Исмәғилев тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө М.М.Вәлиев м‑н Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында ҡулланылған.

Әҙәб.: Б у р а н ғ о л о в М. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021