Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Виктор Михайлович

Просмотров: 1476

ПОПОВ Виктор Михайлович (27.10. 1936, Һарытау ҡ. – 29.9.1996, Өфө), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡ. геологы (1980). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) 1993 й. тиклем “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: Көньяҡ Урал геол.‑топографик төшөрөү экспедицияһында, 1961–71 йй. Баймаҡ геол. разведка экспедицияһында; 1975 й. алып баш геолог, 1978 й. – ген. директор. 1971–74 йй. Монголияла эшләй. Баҡыр һәм алтын ятҡылыҡтарын, ш. иҫ. Юбилейный һәм Подольск баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын, разведкалауҙа һәм асыуҙа ҡатнаша. П. етәкс. Баймаҡ мәғдән р‑нының үҙәк өлөшөндә үткәрелгән геология‑разведка эштәре һөҙөмтәләре дөйөмләштерелә, прогнозлау карталары төҙөлә, шул нигеҙҙә мәғдән есемдәре асыҡлана (Таштау ятҡылығының Көньяҡ ятышы һәм Балтатау ятҡылығының Көньяҡ‑Көнсығыш ятышы) һ.б. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: