АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы
АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1.2.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Үрнәк а.), яҙыусы, журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы (1995), Журналистар союзы (1999) ағзаһы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1991 й. алып “Башҡортостан” ДТРК “Ижад” берекмәһенең өлкән мөхәррире, комментаторы, етәксеһе, 2010 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП-ының “Юлдаш” каналы комментаторы. “Атай икмәге” тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1993 й. сыға. А. ауыл кешеләре, быуындар бәйләнеше, замандаштарының әхлаҡи эҙләнеүҙәре хаҡында яҙа. “Зәңгәр ҡаялар” (1997) китабына ингән хикәйәләрендә һәм фәлсәфәүи повестарында атайҙар һәм балаларҙың үҙ‑ара мөнәсәбәттәре проблемаһы күтәрелә. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1996).
Ә ҫ ә р ҙ.: Уның исеме — Мөхәббәт: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2007; Иң тәмле китап:әкиәттәр, хикәйәләр. Өфө, 2010.
Р.З.Шәкүров
Тәрж. Р.М.Шәрипова