АҘНАЙ БЕЙ
2071
АҘНАЙ БЕЙ, юрматы ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы башлығы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң староста итеп тәғәйенләнә. А.б. нәҫеле Стәрлетамаҡ р‑нының Айыусы һәм Мырҙаш аа. йәшәй.
Р.З.Йәнғужин
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: