Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВ Әнүәр Әхәт улы

Просмотров: 1643

ӘХМӘҘИЕВ Әнүәр Әхәт улы [5.4.1950, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 6.8.2006, Өфө ҡ.], социолог. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Әлим Ә.Әхмәҙиевтең ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1975 й. алып ӨАИ‑ла уҡыта, 1991 й. башлап БДАУ‑ҙың социология һәм политология кафедраһы мөдире, 1994 й. БДПИ‑ның Сибай филиалы директоры, 1995—96 йй. уҡытыусыһы, 1996 й. алып БДУ‑ның социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире, 2002 й. башлап Мәскәү асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы Социаль технологиялар институтында социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире, директор. Фәнни тикшеренеүҙәре стратегик менеджмент, төбәк һәм аграр социология, ҡала социологияһы, йәштәр менән социаль эш проблемаларына арналған.

   Х е ҙ м.: Социологические проблемы региона. М., 1992; Социальная политика в регионе: стратегия обновления и социальные технологии. Уфа, 1999; Методика и технология работы социального педагога. М., 2003.

Й.М.Ғиләжетдинов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.12.2022
Связанные статьи: