ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич
ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич [18.6.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 9.8.1959, Ленинград], хоҡуҡ белгесе. СССР ФА акад. (1958), юридик ф. д‑ры (1936), проф. (1922). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1942). Политехник ин‑тты (С.-Петербург, 1910), Петербург ун‑тын (1912) тамамлаған. 1918 й. алып — Ярославль ун‑тында, 1919 й. — Петроград политехник ин‑тында, 1930 й. башлап Ленинград машиналар эшләү һәм план ин‑тында уҡыта. 1944—54 йй. ЛДУ- ның гражданлыҡ хоҡуғы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1949 й. тиклем юридик ф‑т деканы. Фәнни хеҙмәттәре гражданлыҡ хоҡуғы, дәүләт милкен хоҡуҡи яҡлау проблемаларына һ.б. арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1949). Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1953). В. уҡыған элекке Өфө ирҙәр гимназияһы бинаһына уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1988).
Х е ҙ м.: Правовая природа государственных предприятий. 2-е изд. Л., 1928; Государственная социалистическая собственность. М.; Л., 1948; Гражданско-правовая охрана социалистической собственности в СССР. М.; Л., 1954.
Әҙәб.: И о ф ф е О.С., Р а й х е р В.К., Т о л с т о й Ю.К. Анатолий Васильевич Венедиктов: очерк жизни и деятельности. Л., 1968.
В.К.Сәмиғуллин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина