Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы

Просмотров: 2697

 

АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы [23.2.1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны) — 10.7.1938], яҙыусы, филолог. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ленинград филос. һәм лингв. ин‑тын тамамлаған (1931). 1921 й. алып РЛКСМ‑дың Туҡ‑Соран кантон ком‑тының яуаплы секретары, 1924 й. — Арғаяш, Йылайыр кантон ком‑ттарының бүлек мөдире. 1925 й. башлап “Башҡортостан йәштәре”, 1926—28 йй. “Йәш юҡсыл” гәз. (ҡара: “Йәшлек”) мөхәррире, бер үк ваҡытта 1927 й. ВЛКСМ ҮК татар‑башҡ. бюроһының яуаплы мөхәррире, ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тының матбуғат бүлеге мөдире. 1932 й. алып СССР ФА‑ның Көнсығыш илдәрен өйрәнеү ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1933—37 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ дир., бер үк ваҡытта К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тының каф. мөдире, БашҮБК ағзаһы, “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) мөхәррире. “Көрәш йырҙары” (1927), “Шиғырҙар” (1938) шиғырҙар йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Бәләкәй дуҫтарға” (1928), “Тырыш Вәли” (1928), “Ала ҡарға әкиәте” (1935) һ.б. китаптар авторы. Тәүгеләрҙән булып башҡ. фольклорын һәм уның әҙәбиәт м‑н бәйләнеше проблемаларын өйрәнеүгә мөрәжәғәт итә. “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары” (1934) мәҡ. башҡорт әҙәбиәте үҫешенең үҙенсәлектәрен һәм законлыҡтарын асыуға арналған. Ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу һәм баҫтырыу принциптарын эшләй (“Фольклор материалын йыйнау буйынса ҡыҫҡаса ҡулланма”). А. “Башҡорт мәҡәлдәре”, “Йомаҡтар” (бөтәһе лә — 1936) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләй. Урта мәктәптәр өсөн башҡ. теле һәм әҙәбиәте б‑са әсбаптар һәм уҡытыу‑методик ҡулланмалар авторы. Матбуғатта башҡорт теле мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. Ш.Бабич, А.М.Таһиров һәм Д.Юлтый ижадын өйрәнә. 1‑се Башҡ‑н совет яҙыусылары съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Һыу буйында. Өфө, 1930; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1960.

Әҙәб.: Атылған йондоҙ Амантай: әҙип хаҡында хәтирәләр һәм ижад мираҫынан айырым әҫәрҙәр. Өфө, 1998; Көн һәм быуат: шиғырҙар, мәҡәләләр, әҙип хаҡында иҫтәлектәр. Өфө, 2007.

Б.С.Байымов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024
Связанные темы рубрикатора: