АҠАЙ КҮСЕМОВ
АҠАЙ КҮСЕМОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән. 1735 й. июнендә Өфө ҡ. эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек итә. Һуңыраҡ уларҙың етәксеһе итеп һайлана. 1735 й. июль—сентябрендә А.К. отряды Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында, сентябрь аҙағында Килмәк Нурышев отряды менән берлектә Өфө ҡ. янында хәрәкәт итә. Октябрь башында А.К. отряды Табын ҡәлғәһе тирәһендә Ырымбур экспедицияһының (1734—44) төп көстәренә һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Октябрҙә Башҡортостандағы хөкүмәт ғәскәрҙәренең баш командующийы генерал‑лейтенант А.И.Румянцевтың тәҡдиме буйынса А.К. һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ихтилалдың башҡа етәкселәре менән бергә Минзәләгә килә, ҡулға алына. Тәүҙә А.И.Румянцев ставкаһында, 1736 й. алып Өфө ҡ. тотола, 1738 й. Санкт‑Петербург ҡ. оҙатыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. А.К. “Аҡай батыр” башҡ. риүәйәте бағышланған.
Әҙәб.: А к м а н о в И.Г. Башкирия в составе Российского государства в ХVII — первой половине XVIII века. Свердловск, 1991; Р ы ч к о в П.И. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии. Уфа, 2001.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков