ӘБДИЕВ Әхмәтйән Әбделғәлләм улы
1521
ӘБДИЕВ Әхмәтйән Әбделғәлләм улы, табип. Медицина докторы (1862). Ҡазан университетының табип факультетын тамамлағандан һуң (1856) Башҡорт ғәскәрендә штаттан тыш табип булып эшләй. 1858 й. квалификацияһын күтәреү өсөн Император медицина‑хирургия академияһына (Санкт‑Петербург ҡ.) ебәрелә. Диссертация яҡлағандан һуң Ырымбур ҡ. саҡыртыла һәм Силәбе өйәҙенең Мәтәл а., һуңыраҡ Бөрө өйәҙенең Әсән а. табип итеп ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Әҙәб.: Ә с ф ә н д и ә р о в Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... Өфө, 1996.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023
Энциклопедиялар: