АПИТЕРАПИЯ
АПИТЕРАПИЯ (лат. apis — бал ҡорто һәм терапия), умартасылыҡ продукттары (бал, бал ҡорто ағыуы, балауыҙ, инә ҡорт һөтө, прополис, һеркәләр, һитә) м‑н дауалау. Умартасылыҡ продукттары нигеҙендә әҙерләнгән дарыу препараттарында аминокислоталар, биологик актив матдәләр, витаминдар һ.б. бар; улар иммунитетты күтәрә, матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта, бактерицид тәьҫиргә эйә. А. төрҙәре: бал ҡортон саҡтырып дауалау, умартасылыҡ продукттары нигеҙендә әҙерләнгән дарыу препараттарын ҡабул итеү һәм аппликациялар яһау һ.б. А. анемия, йоҡоһоҙлоҡ, артрит, невроз, сей яра ауырыуы, бешеү, йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы һәм ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙарын дауалағанда тәҡдим ителә. Кешегә килешмәгәндә, ауырлы булғанда һ.б. осраҡтарҙа ҡулланырға ярамай. Башҡортостанда А. борондан халыҡ медицинаһында файҙаланылған. 20 б. 90‑сы йй. башынан А. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. А. ысулдары Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә (Р.З.Исҡужин, Ә.М.Ишемғолов, Н.В.Хәйруллин), Аграр университетта (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, И.В.Шафиҡов), Медицина университетында (Л.А.Лепилина), “Прополис” ҒПБ‑нда (Ә.А.Бәкеров, Г.Х.Бәкерова) өйрәнелә.
И.В.Валикова, А.Ф.Ишмөхәмәтова
Тәрж. И.М.Аҡъюлов