БИАТЛОН
БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш, эстафета һ.б. ярыштар айырыла. Башҡортостанда Б. үҫеше Өфөлә 20 б. 50‑се йй. Аҙағында — “Динамо” ДСО‑һы, 60‑сы йй. башында “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә секциялар асылыу м‑н бәйле. 1970 й. Өфөлә — “Хеҙмәт” ДСО‑һы, 1978 й. Белорет ҡ. — Белорет металлургия комбинатының ДЮСШ, 1984 й. Ишембай ҡ. “Зенит” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә Б. бүлектәре ойошторола. 1987 й. Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе асыла. 1994 й. Өфөлә “Олимпия өмөттәре” бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә, 2009 й. — Европа чемпионаты; 2001 й. алып Рәсәй чемпионаттары, Кубоктары һәм беренселектәре уҙғарыла. Б. б‑са ҙур спорт ҡоролмалары Өфө (ҡара: “Биатлон”), Белорет һәм Ишембай ҡҡ. бар. Респ. Б. б‑са СССР-ҙың тәүге спорт мастеры Д.П.Соколов була (1958). БР биатлонсылары араһында: Ә.М.Таһиров — үҫмерҙәр араһында СССР беренселеге еңеүсеһе (1965), үҫмер спортсылар араһында эстафетала донъя чемп. (1969), СССР беренселеге еңеүсеһе (1968); М.А.Акопьянц — үҫмер спортсылар араһында СССР Ҡораллы Көстәре беренселеге еңеүсеһе, СССР Кубогының (1974) һәм СССР беренселегенең (1975) бронза призёры. Халыҡара ярыштарҙа Г.В.Александренко, О.Г.Вилухина, Л.И.Дюпина, Г.А. Куклева, П.И.Муслимов, А.В.Падин, Е.В.Сафарова, М.А.Чудов, Ф.Е.Шульман юғары ҡаҙаныштарға ирешә, ш. уҡ М.В.Косинова — ҡыҙҙар араһында Европа чемп. (2004—05), донъя беренселектәре еңеүсеһе (5 тапҡыр; 2003—05); Респ. Б. б‑са СДЮШОР, Белорет, Ишембай һәм Межгорье ҡҡ. ДЮСШ-ларында бүлектәр бар, уларҙа 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 2000 й. алып БР Б. федерацияһы эшләй. Б. м‑н тренерҙар М.С.Алсынбаев, М.В.Малинский, М.З.Мөҙәрисов, В.И.Никитин, В.В.Новожилов, А.Т.Сәфәров, А.М.Щепарёв, П.К.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина