БОЛОТИН Юрий Александрович
БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ҡсб, БР‑ҙың шул уҡ районы хәҙерге Тирлән а., — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң (Алма-Ата ҡ., 1959) Әбйәлил геологик эҙләнеүҙәр партияһының техник‑геологы булып эшләй, 1961 й. алып Сибай комплекслы геологик эҙләнеүҙәр партияһының, 1969—90 йй. “Башкиргеология” ПБ Көньяҡ-көнсығыш геологик разведка экспедицияһының баш геологы; 1966— 69 йй. — Кубала. Ғилми‑производство эшмәкәрлеге Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау менән бәйле. Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980).
А.А.Захаров
Тәрж. Э.М.Юлбарисов