ГЛАЗЕНАП Карл Иванович
1391
ГЛАЗЕНАП Карл Иванович (Карл Рейнгольд; 19.9.1745, Рига губ. — яҡынса 1802, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1800), ген.-майор (1797). Дворяндарҙан. 1760—98 йй. рус армияһында. 1791 й. алып Херсон еңел кавалерия полкы командиры. 1799 й. башлап Волынск, 1800 й. июне — 1802 й. Ырымбур граждан губернаторы. 1801 й. 1 мартында Өфөлә Ырымбур губерна идараһы эргәһендә Ырымбур крайында тәүге типография асыуға булышлыҡ итә.
В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: