ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна
ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна (27.10.1920, Орёл губернаһы Яңы Посёлок а. — 20.1.2015, Мәскәү ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1990). Мәскәү тарих‑архив институтын тамамлаған (1942). 1946—64 йй. һәм 1993—98 йй. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, 1964 й. алып Дәүләт тарих музейында, 1967 й. — СССР ФА‑ның Алыҫ Көнсығыш институтында (1972 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1976—92 йй. РФА‑ның Рәсәй тарихы институтында (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 16—18 бб. Рәсәйҙә социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәргә һәм дәүләт менән идара итеүҙе ойоштороуға, уның тышҡы сәйәсәтенең көнсығыш йүнәлешенә арналған. Археография, геральдика, сығанаҡтар өйрәнеү һәм сфрагистика менән шөғөлләнгән. “Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.)” [1971; “Отводная книга по Уфе (1591/92—1629 гг.)”], “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” (3–6, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләгән.
Хеҙм.: Социально-экономические отношения в Башкирии в первой четверти XVIII в. //Материалы научной сессии, посвящённой 400-летию присоединения Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1958; Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы 1962. Минск, 1964; Служилая бюрократия в России XVII в. и её роль в формировании абсолютизма. М., 1987.
Тәрж. Д.К.Үзбәков