БАРОКАМЕРА
БАРОКАМЕРА (гр. báros — ауырлыҡ һәм лат. camera — бүлмә, палата), эсендә яһалма рәүештә юғары йәки түбән барометрик баҫым булдырылған камера. Түбән (вакуумлы Б.) һәм юғары баҫым Б. айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ баҫымды һәм һауа т‑раһын ҡабатлаусы һәм климатик факторҙарҙы имитациялаусы термобарокамералар була. Эксперименттар һәм һынауҙар үткәреү өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостанда Б. етештерелгән продукция файҙаланыласаҡ ысын климат шарттарын өлөшләтә тыуҙырыусы һынау системалары һәм стендтар составында ҡулланыла. “Гидравлика” пр‑тиеһының тәжрибә КБ‑нда “Мороз” һынау системаһы (ТБК‑1000) составында “Климат — термобароклав” КТВV 8000/ 2 термобарокамераһын (Польшала етештерелгән) файҙаланалар, ул 70‑тән алып 300°С‑ҡа тиклем т‑ра, терегөмөш бағанаһының 760‑тан алып 15 мм тиклем баҫым, 10‑дан 95%‑ҡа тиклем сағыштырмаса дымлылыҡ диапазонында эшләй. Өфө агрегат производство берекмәһенең һынау стендтарындағы ТБ‑0,5 һәм КБ‑0,5 (беҙҙең илдә етештерелгән), ТБВ‑1000, СТБВ‑1000 (Германияла етештерелгән) баҫым камералары 60‑тан алып 300°С‑ҡа тиклем т‑раны һәм терегөмөш бағанаһының 760‑тан 8 мм тиклем баҫымды булдыра ала.
Ә.С.Ғишваров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов