Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы

Просмотров: 1988

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы (19.2.1962, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) һәм 1992— 95 йй. 2‑се Яңауыл мәктәп‑гимназияһында, 1986 й. алып (өҙөклөк м‑н) Бөрө соц.‑пед. акад. эшләй: 1998 й. филос. һәм социол. каф. мөдире, 1999 й. алып соц.-гуманитар ф‑т деканы, 2001 й. — фәнни‑тикшеренеү эшмәкәрлеге б‑са проректор, 2006 й. — тарих ф‑ты деканы. 2010 й — соц.‑гуманитар ин‑т директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. башында — 21 б. Рәсәйҙә сәйәси партияларҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше мәсьәләләренә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Леворадикальные партии на Урале между двумя буржуазно‑демократическими революциями (1907—февраль 1917). М., 1998; Политические партии: генезис, современное состояние и тенденции развития (сравнительный анализ многопартийности России в XX веке). Уфа, 1999 (авторҙ.). Революционные организации социалистических партий на Урале 1905— 1917 гг. Историография и источники. М., 2004.

 

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: