ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы
ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы (11.9.1930, ТАССР‑ҙың Нөнәгәр а. — 2.10.2013, Ҡазан ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Фәнни-производство эшмәкәрлеге дегидрирлау һәм хлорорганик синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү, күп көкөртлө ҡуйы нефттәрҙе, битумлы тоҡомдар эшкәртеүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ алымдарын табыу һ.б. менән бәйле. 1961 й. алып БАССР‑ҙа эшләй: Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводында, 1968—74 йй. Стәрлетамаҡ химия заводының баш инженеры. Ғ. етәкселегендә Стәрлетамаҡ химия заводында (ҡара: “Каустик”) этил‑ һәм изопропилбензолды, метилэтилпиридинды дегидрирлау катализаторҙары; α-метилстирол, дихлорэтан, этилендиамин һ.б. алыуҙың аҙ ҡалдыҡлы технологиялары уйлап табыла һәм производствоға индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1971).
Р.Н.Заһиҙуллин
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов