Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы

Просмотров: 1943

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы (3.3.1959, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан а.), химик. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Химпром” ПБ‑нда (Өфө ҡ.), 1986 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап Өфө химия институтында (2004 й. алып төп ғилми хеҙмәткәр). Фәнни эштәре биологик активлыҡҡа эйә азотлы яңы гетероциклик берләшмәләр алыу ысулдарын тикшереүгә һәм эшләүгә арналған.

Хеҙм.: Циклофункционализация 2‑алкениланилинов //Панорама современной химии. Современный органический синтез: сб. обзорных статей. М., 2003 (авторҙ.); Успехи в синтезе циклоалка[b]индолов //Журнал органической химии. 2013. Т.49. Вып. 2.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

И.Б.Абдрахманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные темы рубрикатора: