ЕВЧЕНКО Василий Акимович
1797
ЕВЧЕНКО Василий Акимович (7.11.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воздвиженка а. — 1.10.2008, Мәләүез ҡ.), механизатор. 1949 й. алып Мәләүез р‑нының “Мәләүез” с‑зында механизатор, 1966—87 йй. һыйыр малын үҫтереү б‑са оператор. Е. эшләгән звено юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1981 й. ҡарата һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 875 г тәшкил иткән. СССРҙың Дәүләт пр. лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1975).
Әҙәб.: Евченко В.А. //Земля мелеузовская. Уфа, 2000.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: