ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович
ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка экспедицияһының баш геологы; 1967—97 йй. “Урал геологик төшөрөү экспедицияһы” ААЙ‑нда (Екатеринбург ҡ.) эшләй. Фәнни-производство эшмәкәрлеге Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауға бәйле. Бүребай ятҡылығы районында эҙләнеү эштәре менән етәкселек итә, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығына өҫтәлмә разведка үткәрә. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын беренсе асыусы, Маҡан һәм башҡа ятҡылыҡтарҙы асыуҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980).
Б.Д.Мәһәҙиев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов