Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИНИН Николай Степанович

Просмотров: 1328

ГИНИН Николай Степанович [10.12.1925, Урал өлк. Тысяцково а. (Пермь крайы) — 15.8.1999, Нефтекама ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1966). 1942—86 йй. “Уралэнергомонтаж” тресында (Свердловск ҡ.) эшләй: слесарь, 1946 й. алып бригадир, 1966—81 йй. слесарь-бригадир. Г. бригадаһы йылылыҡ электростанцияларының йылылыҡ-механика ҡорамалдарын монтажлау технологияһын камиллаштыра, 5 ТЭЦ, Яйва ДРЭС‑ы (Пермь крайы), Ҡарман ДРЭС‑ы, “Нефтекамсксельмаш” з‑ды (ҡара: “Башсельмаш”) ҡорамалдарын ҡороуҙа ҡатнаша. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1962) орд. м‑н бүләкләнгән. Нефтекама ҡ. бер урамына Г. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: