ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Сәхи улы
ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Сәхи улы (19.3.1949, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ өлкән ғилми хеҙм‑р булып эшләй; 1985 й. алып БНИПТИЖиК‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1990 й. — бүлек мөдире. 1995 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 2000 й. тиклем малс‑ҡ продукттары етештереү технологиялары каф. мөдире, 2007 й. алып бүлек мөдире, 2009 й. — уҡыта. 2001 й. башлап “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлек мөдире, 2004 й. — “Урал-Волга буйы агросәнәғәт компанияһы” ЯСЙ‑ның баш технологы, 2005—06 йй. Рәсәй аграр ун‑тында — К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығына аҫрау технологиялары, ашатыу рациондары, тоҡом сифатының йоғонтоһон һәм малсылыҡтың экологик яҡтан таҙа продукцияһын алыу мөмкинлеген өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Повышение полноценности рациона молодняка крупного рогатого скота. Уфа, 1999; Интенсификация производства экологически безопасной говядины. М., 2005; Ресурсосберегающая технология разведения мясного скота и производства говядины. Уфа, 2013 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова