Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы

Просмотров: 2259

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Учалы районы Сораман а. — 10.10.2015, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), филология фәндәре кандидаты (1992), профессор (1994). РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ТТӘИ‑лә эшләй (1992 й. алып бүлек мөдире). 1993 й. башлап БР ФА президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы, 1996—2006 йй. Гуманитар фәндәр бүлегенең академик‑секретары вазифаһын башҡарыусы, 2000—10 йй. ӨДСА ректоры, бер үк ваҡытта 2001 й. алып башҡ., урыҫ һәм сит телдәр кафедраһы мөдире, 2010 й. — башҡ. теле һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире. 2011 й. башлап Проблемы востоковедения журналы мөхәррире, бер үк ваҡытта 2014—15 йй. БДУ‑ның башҡ. тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге археография, текстология, әҙәби башҡорт теленең тарихи үҫешен өйрәнеү проблемалары, балалар фольклоры менән бәйле. “Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты” (“Два века башкирского литературного языка”; 2000) монографияһында автор 19 б. — 20 б. башы яҙма ҡомартҡылары нигеҙендә башҡ. әҙәби теленең үҫешен яҡтырта, уның телдән тыш сәбәптәрен күрһәтә. РФА‑ның Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты (2004—06).

  Х е ҙ м.: Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993 (авторҙ.); “Тарих нама‑и булгар” Таджетдина Ялсыгулова. Уфа, 1990; Башкирские народные детские игры. Уфа, 2002.

  Әҙәб.: А б д у л л и н А.Р. Востоковед из Уфы //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1997. Т.2. №4; Я м а л е т д и н М. Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов=Ишмухамет Галяутдинов: документальная повесть. Өфө, 2009

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0