ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы
ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы [14.10.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йүкәлекүл а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 25.5.1995, Өфө ҡ.], агрохимик. Биология фәндәре кандидаты (1958). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлаған (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954). 1958—91 йй. Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1965 й. алып лаборатория мөдире, 1981—90 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡтың уңдырышлылығын, мал аҙығы һәм иген культураларының уңдырышлылығын һәм сифатын арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналары буйынса минераль ашламаларҙы ҡулланыу системаһы эшләнгән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).
Х е ҙ м.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР на 1981—1985 гг. Уфа, 1982 (авторҙ.).
М.Ҡ.Харисов
Тәрж. А.Н.Күсеев