ҠАРАС СӘСӘН
ҠАРАС СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡарас менән Аҡша” эпосында, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәтендә һ.б. һаҡланған, уларҙа Ҡ.с. ҡыйыу хәрби етәксе һәм ырыу башлығы итеп һүрәтләнгән. Риүәйәттәр б‑са, Ҡ.с. Ҡараһаҡалдың замандашы, Ҡобағош сәсәндең бүләһе булған. Ғ.Ф.Вилдановтың “Башҡорт ҡашҡалары” (1925) хеҙмәтендә Ҡ.с. тыуған ере тип Наурыҙ а. (Учалы р‑ны) күрһәтелә. Сәсәндең беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән‑бер әҫәре — “Ҡарас менән Аҡша” эпосына ингән ҡаҙаҡ батыры Аҡша м‑н әйтеше. Эпоста Ҡ.с. ырыу именлеген һаҡлаусы ҡыйыу яугир, яу башы һәм мәргән уҡсы булараҡ кәүҙәләндерелә.
М.Х.Иҙелбаев
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов