ЛАПТЕВ Владимир Викторович
ЛАПТЕВ Владимир Викторович (5.10.1937, Сызрань ҡ. — 7.2.2022, Өфө ҡ.), инженер‑геофизик. Техник фәндәр кандидаты (1967). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1960) Янар ҡаҙылмалар геологияһы һәм уларҙы эшкәртеү институтының (Куйбышев ҡ.) Волга бүлегендә эшләй. 1971—2014 йй. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө ҡ.): лаборатория мөдире, 1973 й. башлап бүлек мөдире, 1974 й. — директор урынбаҫары, 1988 й. — директор, 1992 й. — генераль директор, 2005 й. — геофизик приборҙар эшләүҙе үҫтереү буйынса директор. 1967—71 йй. Алжирҙа эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереүгә һәм геофизик приборҙар эшләүгә бәйле. Л. етәкселегендә скважиналарҙың техник хәлен контролдә тотоу технологиялары; бырауланыусы горизонталь скважиналарҙы һәм уларҙың ситтәге үҙәктәрен тикшереү өсөн техника уйлап табылған; геофизик ысулдарҙы комплекслау нигеҙләнгән һәм уларҙы ғәмәлләштереүгә аппарат‑программа саралары эшләнгән.
Х е ҙ м.: Геофизические методы изучения около- и межскважинного пространства нефтегазовых месторождений. М., 1975 (авторҙ.); Технический прогресс в геофизических исследованиях скважин. М., 1981 (авторҙ.); Прогнозирование физико‑геологических условий и оптимизация бурения скважин по данным геофизики. М., 1983 (авторҙ.).
М.В.Семёнова
Тәрж. Г.М.Ғәлиева