ЛЕННЫХ Иван Васильевич
ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. — Сысәрт прииск идаралығының баш геологы, 1939 й. — Урал геология идаралығының (бөтәһе лә — Свердловск ҡ.) партия начальнигы, 1947—60 йй. Көньяҡ Урал территориаль геология идаралығының (Өфө ҡ.) партия начальнигы, баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдәнле интрузияларҙы һәм алтын ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә бәйле. СССР‑ҙың 1:1000000 (1957) һәм 1:200000 (1960) масштаблы геологик карталары авторы; Л. ҡатнашлығында Уралдың геоморфологик карталары төҙөлә. Ленин премияһы лауреаты (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1950).
Әҙәб.: К геологии колчеданного месторождения Учалы (Южный Урал) //Материалы по геологии и полезным ископаемым Южного Урала. М., 1962.
Ю.В.Гаррис
Тәрж. Г.М.Ғәлиева