ЛИТОЛОГИЯ
ЛИТОЛОГИЯ (лито... һәм ...логия), тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге. 1910‑сы йй. дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Л. үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә. Л. бүлектәре: ултырма тоҡомдар (яланда күҙәтеүҙе һәм лаборатор тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә ала), ултырма тоҡом компоненттарының, уларҙың структураларының, текстураларының матди составы һәм уның нигеҙендә ултырма тоҡомдарҙың классификацияһын эшләү; литогенездың дөйөм законлыҡтары (теге йәки был ултырма ҡатламдарҙың барлыҡҡа килеү процесы). Л. геохимия, климатология, палеогеография, палеонтология, стратиграфия, тектоника һ.б. менән тығыҙ бәйләнештә тора. Л. бурысы — төрлө типтағы ултырма тоҡомдарҙы һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы айырыу законлыҡтарын асыҡлау. БР‑ҙа платформалы өлөштә — нефть ятҡылыҡтары, таулы өлөштә тимер, марганец һәм һибелмә алтын ятҡылыҡтары менән бәйле ултырма тоҡомдарҙы тикшереү үҫеш ала (Д.Г.Ожиганов, А.И.Олли). 1950—60‑сы йй. Көнсығыш Европа платформаһы көнсығыш өлөшөнөң девон алды ултырмаларына (Ҡ.Р.Тимерғәзин), карбон һәм кайнозойҙың ултырма тоҡомдарын (Ә.З.Һөйөндөков, В.Л.Яхимович) ентекле литологик‑ритмостратиграфик тикшереү үткәрелә; Көньяҡ Уралдың кембрий алды ултырма тоҡомдарын өйрәнеү дауам ителә (А.В.Маслов) һ.б.
Әҙәб.: С т р а х о в Н.М. Развитие литогенетических идей в России и СССР. М., 1971; Рифей западного склона Южного Урала (классические разрезы, седименто- и литогенез, минерагения, геологические памятники природы). Т.1 /А.В.Маслов [и др.]. Екатеринбург, 2001.
В.А.Маслов
Тәрж. Г.М.Ғәлиева