ИБРАҺИМ, Илеш р‑нындағы ауыл
1631
ИБРАҺИМ, 5—6 участка, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫке Күктау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 116 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 145 кеше; 1939 — 302; 1959 — 277; 1989 — 130; 2002 — 118; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Этәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.
Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә немецтар 5‑се һәм 6‑сы Йылан утарҙары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып 5—6 участкалар а. булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. — ҡасаба. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: