Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАБЕЛЬ

Просмотров: 1420

КАБЕЛЬ (голландса kabel — канат, трос), герметик тышлыҡ эсендә бер йәки бер нисә изоляцияланған үткәргесе булған электротехник изделие. Электр энергияһы тапшырыу К. (юғары вольтлы электр энергияһы тапшырыу линияларында, сәнәғәт пр‑тиеларын, транспортты һәм коммуналь объекттарҙы, судноларҙың, осоу аппараттарының һ.б. электр йыһаздарын электр энергияһы м‑н тәьмин итеү өсөн) һәм элемтә К. (ҡала-ара, ҡала һәм ауыл элемтә селтәрҙәрендә, радиобәйләнеш, радиолокация, идара итеү системаларында, төрлө радио‑техник һәм электрон ҡоролмаларҙа һ.б. мәғлүмәтте электр сигналдары ярҙамында тапшырыу өсөн) айырыла. Айырым төркөмдө сүсле-оптик элемтә К. тәшкил итә. Үткәреү һәм файҙаланыу шарттарына бәйле ер аҫты, һыу аҫты К. айырыла. Башҡортостанда 1941 й. алып К. “Уфимкабель” ААЙ сығара: 1971 й. башлап радио йышлыҡлы, монтаж, 90‑сы йй. — электр энергияһы тапшырыу (контроль, автотрактор һ.б.), элемтә (телефон, бүлеү, монтаж, коммутация, микрофон һ.б.), 2004 й. — сейсмик һ.б. “Солитон” ҒТИ‑нда 80‑се йй. сүсле-оптик элемтә К. тәж. өлгөләрен сығарыу б‑са эштәр үткәрелә (ҡара: Сүсле-оптик элемтә линияһы).

Ә.З.Теләүлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019