Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ" , радиожурнал

Просмотров: 1363

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ” (“Волга менән Урал араһында”), төбәк‑ара ижт.‑сәйәси һәм нәфис‑публицистик радиожурнал. 1958 й. июненән алып урыҫ телендә аҙна һайын сыға. Сығарылыш ваҡыты 60 минут. Башҡортостан, Коми (1998 й. алып), Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан терр‑яларында трансляциялана. Программаны ошо респ. ТРК журналистары әҙерләй, монтажлау һәм эфирға сығарыу “Татарстан” ДТРК (Ҡазан) радиоһында тормошҡа ашырыла. Радиожурналда патриотизм, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, үҙ‑ара хеҙмәттәшлек һ.б. идеялар пропагандалана. Радиожурнал сығарылыштарында төбәктәрҙәге аҙналыҡ ваҡиғаларға күҙәтеү хәбәрҙәре, көнүҙәк темаларға сюжеттар, халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте, традициялары һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре б‑са материалдар, сәйәсмәндәр, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре, производствоның төрлө өлкә белгестәре һ.б. м‑н интервью була. 1‑се Волга буйы матбуғаты фестиваленең (Түб. Новгород, 2002) “Толерантлыҡ өсөн” номинацияһы, “Сәскә атыу хаҡына гуманитар хеҙмәттәшлек” электрон киң мәғлүмәт саралары Евразия конкурсының (Саранск, 2009) “Иң яҡшы радиоматериалдар серияһы” номинацияһы лауреаты, “Байкал тулҡыны” Бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестиваленең (Улан‑Удэ, 2012) “Иң яҡшы тауыш режиссёрлығы эше” номинацияһында еңеүсе. РФ журналистар союзының “Журналист оҫталығы өсөн” пр. лауреаты (1999).

Р.Ф.Сәрүәрова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: