ҠАСИМОВ Ғәзим Ҡасим улы
ҠАСИМОВ Ғәзим Ҡасим улы (1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бикташ а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Яңы Бикташ а., – 19.8.1937), дәүләт эшмәкәре. 1917 й. алып һул эсерҙар партияһы, 1919 й. — ВКП(б) ағзаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1917) Бәләбәй ҡ. уҡытыусы булып эшләй. 1918 й. башлап Бәләбәй революцион ком‑ты рәйесе урынбаҫары, “Ярлы тауышы” гәз. мөхәррире, 1919 й. алып Үҙәк мосолман комиссариатының бүлек мөдире һәм “Чулпан” (“Сулпан”) гәз. мөхәррире, Бәләбәй өйәҙ башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, рәйесе. 1920 й. башлап Өфө губерна революцион трибуналында, 1921 й. — Өфө губерна асығыусыларға ярҙам ком‑ты рәйесе, 1922 й. ғин. — РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡ. секцияһының “Урал” гәз. мөхәррире, һуңыраҡ Башҡ‑н революцион трибуналы, 1923 й. — БАССР Баш суды рәйесе. 1924 й. алып БАССР‑ҙың мәғариф, 1926 й. — юстиция халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта БАССР прокуроры. 1928 й. башлап Ҡазанда эшләй: 1929 й. — ВКП(б)‑ның Татарстан өлкә ком‑ты хеҙм‑ре, 1931—36 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Ҡазан пед. ин‑ты ректоры; 1933 й. башлап ТАССР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, 1934—35 йй. ТАССР‑ҙың коммуналь хужалыҡ халыҡ комиссары. Репрессиялана (1937), атыла. 1958 й. аҡлана.
Т.И.Әминев, Р.Н.Зинуров
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина