КҮСЕМ
КҮСЕМ (? — яҡынса 1598), Себер ханлығы хакимы (1563 й. алып). Сыңғыҙхан тоҡомонан, Күсем нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Себер ханы Мортазаның улы. К. — Әхмәт-Гәрәйҙең ағаһы. 1550 йй. уртаһынан Тайбуғалар династияһынан Себер ханы Йәҙгәр м‑н көрәшә. Тәхеткә ултырғас, Себер ханлығы м‑н Рәсәй араһындағы яһаҡ мөнәсәбәттәрен өҙә. Себер һәм Көньяҡ Урал халыҡтары араһында исламды таратыуға булышлыҡ итә. К. подданныйҙары составына бәкәтин, ҡатай, табын, һалйот, һеңрән һ.б. ҡәбилә башҡорттары инә. 1570 йй. Строгановтарҙың Кама й. буйындағы торамаларына (ханлыҡ составындағы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ерҙәрендә нигеҙләнгән) сапҡындар яһай. 1582—85 йй. — атаман Ермак Тимофеевичтың казак отрядтары м‑н, һуңыраҡ урыҫ хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкә етәкселек итә. Баш ҡалаһы Иҫкер (Ҡашлыҡ) ҡолағандан һуң, К. ставкаһы күпмелер ваҡыт Башҡортостан терр‑яһында Тубыл һәм Уй йй. араһында урынлаша. 1598 й. 20 авг. Обь й. буйында воевода А.М.Воейков ғәскәрҙәре м‑н алышта еңелгәндән һуң, нуғайҙарға (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ҡалмыҡтарға) ҡаса.
Әҙәб.: Миллер Г.Ф. История Сибири. Т.1. М.; Л., 1937; Атласи Х.М. История Сибири. Казань, 2005.
С.У.Таймаҫов
Тәрж. В.Х.Миһранова