Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБРУЧЕВ Владимир Афанасьевич

Просмотров: 1420

ОБРУЧЕВ Владимир Афанасьевич (1793, Архангельск ҡ. — 1866 й. апр.), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1851). Дворяндарҙан. 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй. сит ил походтарында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Инженерҙар мәктәбен тамамлаған (С.‑Петербург, 1808). 1805— 65 йй. рус армияһында. 1817 й. алып Нарва йәйәүлеләр полкы ком., 1823 й. — 2‑се йәйәүлеләр корпусы штабы нач., 1830 й. — 1‑се йәйәүлеләр, 1832 й. — 3‑сө гренадёр див. командиры. 1842—51 йй. Ырымбур хәрби губернаторы һәм Ырымбур айырым корпусы командиры. Неплюев хәрби уч‑щеһын Неплюев кадет корпусы итеп үҙгәртеп ҡороу инициаторҙарының береһе. 1843 й. Силәбе өйәҙендә баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуға, 1847 й. ҡаҙаҡ далаларында нығытмалар төҙөүгә етәкселек итә. 1865 й. алып Хәрби министрлыҡтың ген.‑аудиториат рәйесе. Сенатор (1851). 3‑сө (1831) һәм 4‑се (1829) дәрәжә Изге Георгий, 1‑се дәрәжә (1848), 4‑се дәрәжә бантлы (1812) Изге Владимир, бриллиантлы (1851) Изге Александр Невский (1845), Аҡ Бөркөт (1840), 1‑се дәрәжә (1829), император тажлы (1831) һәм 4‑се дәрәжә (1810) Изге Анна орд. һәм алтын ҡорал м‑н бүләкләнгән.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: В.А.Обручев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019