НОҒОМАНОВ Дәйләғи Сирай улы
НОҒОМАНОВ Дәйләғи Сирай улы [6.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түбәнге Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 12.10.1944, Михалув а. янында, Варшаваға (Польша) күсереп ерләнгән], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған (1943). 1939 й. алып Стәрлетамаҡ спирт комбинатында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1943 й. алып 1‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армияның 2‑се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы 166‑сы айырым инженер-танк полкының траллаусы танкылар взводы командиры өлкән лейтенант Н. 1944 й. 12 октябрендә Михалув а. эргәһендә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ ҡ. урамға һәм 4‑се урта мәктәпкә Н. исеме бирелгән, мәктәп бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған.
Әҙәб.: В а й с м а н С. Презрение к смерти //Лицом на запад. Уфа, 1972.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин