МАРШ, дәртле музыка жанры
МАРШ (фр. marche – тантаналы йөрөш), аныҡ ритм һәм ҡәтғи талғын темп м‑н айырылып торған, башлыса дәртле характерҙағы музыка жанры. М. өсөн, ғәҙәттә, 2/4, 4/4, 6/8 (балетта 3 өлөшлө лә осрай) размерҙары, ябай йәки ҡатмарлы репризалы 3 өлөшлө форма хас. Жанр, күпселек хәрби музыкаға хас һәм строевой (парад), поход, ҡаршылау, ерләү (матәм) төрҙәренә бүленә. Шулай уҡ операла, балетта һәм үҙ аллы пьеса булараҡ ҡулланыла. Марш йыры жанрҙың үҙенсәлекле бер төрө булып тора. Тикшеренеүселәрҙең фекере б‑са, башҡ. халыҡ музыкаһында ҡурай өсөн инструменталь марштар 18—19 бб. барлыҡҡа килә һәм башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтенә бәйле була. Жанрҙың мелодик‑ритмик нигеҙе бәйгеләрҙә, көрәштәрҙә егеттәрҙе дәртләндереү, старшиналарҙы һәм батырҙарҙы сәләмләү рәүешендә формалаша. Урыҫ хәрби музыкаһы (сигнал тауыштары, еҙ тынлы музыка ҡоралдары яңғырашы) башҡ. М. стиленә һиҙелерлек йоғонто яһай, был традицион башҡ. көйөнә хас булмаған ете баҫҡыслы ладта (ҡара: Диатоника), трезвучие өндәренә нигеҙләнеүендә, кварта м‑н секста интервалдарының йыш ҡабатланыуында, инеш баҫҡысты ҡулланып, төп тонды уратып уйнауҙа сағыла. Ритмикаһы пунктирлы һәм уға раҫлаусы яңғырашлы формулаларҙы күп тапҡыр ҡабатлау хас. Иң тәүге өлгөләрҙән “Ҡазанды алған марш” (яҡынса 16 б.), “Боронғо хәрби марш” киң билдәле. Күпселек башҡ. М. 19 б. ижад ителгән: “Наполеон Бонапарт”, “Салковский” (ҡара: “Аҡмәсет”), “Перовский”, “Хәйбулла маршы” һ.б. Шулай уҡ үҙләштерелгән М. билдәле: “Казактар маршы” (“Казачий”), “Манеж”, “Маршрут”, “Развод”. М. проф. музыкала киң ҡулланыла. Башҡ. комп. милли фольклорға һәм ватан музыкаһының традицияларына таянып ижад итә. Тәүге өлгөләре — М.Марат шиғырына Х.К.Ибраһимовтың “Ударниктар маршы” (1920), Б.Вәлид шиғырына ҡатнаш хор һәм фп. өсөн “Салауат маршы” (1926; һуңыраҡ С.Ә.Низаметдинов, Ф.Ф.Иҙрисов тарафынан тынлы оркестр өсөн эшкәртелә), Ғ.С.Әлмөхәмәтов, С.Ғәбәши һәм В.И.Виноградовтың симфоник оркестр өсөн “Тантаналы маршы” (“Торжественный марш”; 1929). Хәрби һәм концерт М. К.Й.Рәхимов (“Көнсығыш маршы” — “Восточный марш”, 1936; “Башҡорт маршы” — “Башкирский марш”, 1946), З.Ғ.Исмәғилев (тынлы оркестр өсөн “Башҡорт батырҙары маршы”, 1943; симфоник оркестр өсөн “Йәштәр маршы”, 1950), Р.В.Сәлмәнов (“Еңеүселәр маршы” — “Марш победителей”, 1947; Марш-фантазия, 1967), Т.Ш.Кәримов (Домралар оркестры өсөн марш, 1969), Н.Ә.Дауытов (“Яҙғы марш” — “Весенний марш”, 2001; Б.Улько шиғырына тынлы оркестр һәм ир‑егеттәр хоры өсөн “Беренсе урыҫ гвардиясылары маршы” — “Марш первогвардейцев‑руссяновцев”, 2002), Х.Ш.Заимов, Ш.З.Ҡолбарисов, Н.Ә.Мөстәҡимов ижад итә. Матәм маршы Р.Ә.Мортазиндың 7‑се симфонияһының (1984) 3‑сө бүлегендә урын алған. Тынлы оркестр өсөн М. хәрби дирижёрҙар Б.Ф.Абдуллин, Р.С.Ғәниев, Ф.Ф.Ниғмәтйәнов, Р.В.Сафин, М.Г.Шәрипов ижад итә. Байтаҡ марш йырҙары тарихи-революцион һәм хәрби-патриотик темаларға бәйле: Р.Ниғмәти шиғырына Исмәғилевтең “Дан һиңә, Башҡортостан!” (1949), Ғ.Әмири шиғырына Х.Ф.Әхмәтовтың “Йәшәһен тыныслыҡ!” (1950), Н.Нәжми шиғырына Р.М.Хәсәновтың “Һинең ниндәй улыңмын мин?” (1977) һ.б. Марш хорҙары “Дауыл”, “Замандаштар”, “Салауат Юлаев”, “Урал „Ҫ„ „q„u„‚ илселәре” операларына; марш фрагменттары “Гөлнәзирә”, “Яратам һине, тормош”, “Айгөл иле” балеттарына индерелгән.
Г.С.Ғәлина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова